top of page

Тамырҙарҙан ағыла рухи ҡөҙрәт .

(эссе)

 

Уҡытыусы! Һин түгел бит

Тик һабаҡ уҡытыусы.

Һин – аңдарҙы яҡтыртыусы,

Йәндәрҙе балҡытыусы.

(Муса Сиражи)

 

       Уҡытыусы! Уҡытыусы һәр бер кешенең тормошона инә һәм мәңгелеккә унда һаҡлана. Ул иң боронғо һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Күптәр уҡытыусы һөнәрен ауыр, тыңғыһыҙ, үтә яуаплы эштәр рәтенә индерә. Мин уны иң изге һөнәрҙәрҙең береһе тип һанайым. Уны һайлау өсөн һәләтлелек, күңел тартыуы  булырға тейеш. Балаларҙы яратҡан, сабыр холоҡло, кешелекле, мәрхәмәтле кеше генә был яуаплы эшкә тотона ала. Ни өсөн мин был һөнәрҙе һайланым һуң?

      Уҡытыусы һөнәре беҙҙең ғаиләлә быуындан быуынға күсә килгән һәм ныҡлап тамыр йәйгән. Минһажетдиновтар династияһының дөйөм педагогик стажы 534 йыл. Мин 4-се быуын вәкиле булып торам.

1910 йылдан алып Минһажетдинов Хәләф Минһаж улы олатаһының йортонда балалар уҡыта башлай. Изге күңелле мөғәллимде халыҡ та, балалар ҙа бик ихтирам иткән. Уның төп бурысы: халыҡты рухи байыҡтырыу, милләтенең хоҡуғы, ирке өсөн көрәшеү, башҡорттар араһынан бөтә өлкәләрҙә лә грамоталы кадрҙарҙы тәрбиәләү һәм әҙерләү  булған. Ләкин ҡәрҙәштерен яҡтыға, аң белемгә әйҙәгән Хәләф Минһажетдиновтың ғүмере 46 йәшендә өҙөлә. Нахаҡҡа ғәйепләнеп 1937 йылда ул ҡулға алына һәм 1968 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Суды тарафынан ғәйепһеҙ тип табыла һәм аҡлана.

      Уның ҡатыны Мәүзифа өләсәй ҙә ауыҙ- тел ижадына оҫта булған. Ул балаларына бәләкәйҙән әкиәттәр һөйләй,  йомаҡтар ҡоя, халыҡ әйтемдәрен әйтә. Миңә лә уның яғымлы тауышын ишетергә насип булды. Был минуттар хәтеремдә төш һымаҡ ҡына ҡалған инде. Иҫтәлек өсөн 87 йәшендә йыр ижад итте өләсәй; хушлашыу йырын…

Хуш ,Уралым

Сылтырап аҡҡан Урал йылғаһына

Ҡыл сылбырҙар һалып ишәйем

Эстәремдә ятҡан серҙәремде

Йырға һалып инде сисәйем

Эскенәйем боша, йөрәгем яна,

Эй, Уралым, һине күргәнсе.

Һиндә тыуҙым, Урал, һиндә үҫтем,

Урал, тиермен гүргә кергәнсе…

      Хәләф олатайҙың юлын балалары Марат, Жәүәт, Рауза дауам итә. Марат Хәләф улы филология фәндәре кандидаты, әҙәбит һәм фольклор белгесе.  Ғүмеренең аҙағына тиклем Башҡорт Дәүләт Университетында уҡыта. “Һ. Дәүләтшина - тормошо һәм ижады” китабы, Башҡорт халыҡ ижады – 3 томдан торған әкиәттәр йыйынтығы – эшенең  иң ҙур емештәре булып тора. Рауза Хәләф ҡыҙы хаҡлы ялға тиклем Учалы ҡалаһының мәктәптәрендә директор урынбаҫары вазифаһын үтәй. “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ була.

       Минең олатайым Жәүәт Хәләф улы ғүмере буйы Учалы районы Ҡобағыш ауылында балалар уҡыта. Халыҡ ихтирам итеп уны хәлфә тип йөрөтә. Ул ваҡытта мәктәп булмағас, Жәүәт олатай балаларҙы үҙенең йортонда уҡытыуҙы дауам итә.

       Хәләф Минһажетдиновтың исемен мәңгеләштереп Учалы районы Ҡобағыш ауылындағы мәктәп  уның исемен йөрөтә, музей ойошторолған, йортонда таҡта таш ҡуйылған. Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы хакимиәте ҡарары буйынса абруйлы уҡытыусыларға Марат Минһажетдинов премияһы бирелә.

Хәләф олатайҙың тиҫтәнән ашыу ейән- ейәнсәрҙәре лә  юғары белемгә эйә булып, күбеһе балалар уҡыта. Минең әсәйем Минһажетдинова Альмира Жәүәт ҡыҙы 36 йыл  башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытты. Шуларҙың 26 йылы мәктәп директоры вазифаһында булды. Рәсәй һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы, абруйлы шәхес, тәжрибәле ветеран.

       Бәләкәй саҡтан әсәйемә оҡшарға тырыштым: бейенем, тәмле бешерергә өйрәндем, һәр әйткән һүҙенә ҡолаҡ һалдым, хатта ул булып кейемдәрен дә кейеп йөрөнөм. Ҡайһы бер саҡтарҙа, әсәйемә эйәреп, артҡы партанан уның дәрес үткәргәнен күҙәтә торғайным. Ҡайтҡас ҡурсаҡтарымды, дуҫтарымды уҡыттым. Мәктәпте бөткәс, уҡытыусы профессияһын һайлауым да шул әсәйемә оҡшарға тырышыуҙан инде. Уның һымаҡ балаларҙы яратҡым, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгем килде. Олатайҙарҙың яҡты рухына тап төшөрмәҫкә, нисә быуын ғаиләлә күсеп килгән уҡытыусы һөнәре лә дауам итергә тейеш. Был ике үҙенсәлек минең өсөн ҙур этәргес көс булды. Хыялым тормошҡа ашты – бөгөн мин балаларға белем бирәм! Эшемде бик яратам, унан шатлыҡ табам, киләсәктә лә туҡталып ҡалырға иҫәбем юҡ. Эҙләнәм, үҙ өҫтөмдә эшләйем. Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһын модернизациялау буйынса ҙур эштәр алыр барыла. Шунан сығып, мин дәрестәрҙә компьютер технологияһы элементтарын ҡулланырға тырышам. Хәҙерге заман уҡытыусыһы аң-белемле, үҫешкән, компьютер менән эшләй белә торған кеше, тип уйлайым. Ярҙамсыл, талапсан һәм юғары аралашыу культураһы ла булыуы бик мөһим.  Уҡытыусы заман менән бергә атларға тейеш. Беҙҙең алда шундай мөмкинлектәр тыуғас, беҙ уны ҡулланырға тейешбеҙ. Беҙҙең төп маҡсат - уҡыусыларға юғары дәрәжәлә белем биреү, төрлө яҡлап үҫтереү. Әммә шуға иманым камил, белем алыуҙың автоматлашыуы нисек кенә алға китмәһен, уҡыусылар менән күҙгә күҙ ҡарап аралашыуға етмәй.  Шуның өсөн техник саралар уҡытыу процесында ярҙамсы ғына булып ҡалһын ине. Беҙҙең тормошто туҡтауһыҙ үҙгәртеп тороусы заман ошондай профессиональ киңлектә эшләүҙе талап итә. Бар эшләгәнем, минең дә, башҡаларҙың да күңелендә ҡала. Ошо яҡлап ҡарағанда уҡытыусы эше – бәхетле кеше һөнәре ул.

Мин олатайҙарымдың эшен дауам итәм һәм уҡытыусылар нәҫеленән булыуыма бик ғорурланам. Минең тамырҙарымдан да рухи ҡөҙрәт ағыла. Һәм артабан да беҙҙең ғаиләгә хас булған - балаларға һөйөү, белем биреү теләге бөтмәҫ, өҙөлмәҫ тип ышанам.

bottom of page