top of page
Поиск

Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырылды.

5 февралдә Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырылды. Сарала шағир, философия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Ғәниев Нурлан Рәшит улы, яҡташтарыбыҙ, З.Биишева исемендәге премия лауреаттары, драматург, тележурналист Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, шағир- прозаик Вәлитов Зөфәр Зәки улы ҡатнашты. Иң тәүҙә Өфө ҡунаҡтарын Мораҡ Башҡорт гимназияһы уҡыусылары йыр-моң менән ҡаршы алдылар, мәктәп менән танышып сыҡҡандан һуң урта һәм юғары класс уҡыусылары менән йәнле әңгәмә ойошторолдо. Уҙенең сығышында Зөфәр Вәлитов уҡыусыларға тырышып уҡырға, илебеҙгә кәрәкле шәхес булып үҫеүҙәрен теләһә, Нурлан Рәшит улы киләсәктә Һеҙҙең аранан да билдәле шағир-яҙыусылар үҫеп сығыр тип дәртләндерҙе.Сәрүәр Сурина гимназияла эшләп килгән «Тамсылар» әҙәби түңәрәге эшен тағы ла йәнләндереп ебәрергә эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Артабан ҡунаҡтар яҡташыбыҙҙың тыуған ауылы Туйөмбәткә юлланды. Быйылғы лауреаттар менан бергә әҙибәнең йорт-музейы алдындағы бюсына сәскәләр һалынды, йорт-музейында ҡунаҡтарға экскурсия ойошторолдо. Тантаналы сара йорт-музейҙың тамаша залында үтте. Сара барышында Зәйнәб Абдулла ҡыҙы һүҙҙәренә яҙылған бик күп йырҙар яңғыраны һәм З.Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаттары исемдәре аталды 👏🏻👏🏻💐: - Ҡотлогилдина Рәзилә Фәтих ҡыҙы, Мәләүез ҡалаһының үҙәк китапханаһының башҡорт әҙәбиәте менән эшләү буйынса китапханасыһы; - Ҡунаҡбаев Рәйес Хәким улы, Туйөмбәт ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы; - Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, үҙешмәкәр яҙыусы Вәғиз Хәтиф улы Мәғизов. Юғары бүләккә лайыҡ булыусыларҙы ҡотлап район Хакимиәте башлығы Ғ.Ғ.Янбаев лауреат танытмаһы, билдәһе һәм премияһын тапшырҙы. Күркәм байрамға йәм өҫтәп сарала ауыл хакимиәте башлыҡтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм мәктәп китапханасылары ҡатнашты.


24 просмотра1 комментарий

Недавние посты

Смотреть все
bottom of page