top of page
Поиск

"Һеңлекәш" фильмы

Обновлено: 4 нояб. 2019 г.



31 октябрь уҡыусылар, ата- әсәләр менән "Һеңлекәш" фильмына барҙыҡ. Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса Александр Галибин "Һеңлекәш" фильмын төшөргән

Был әҫәр менән әҙәби уҡыу дәресендә танышһаҡ та, фильм шул тиклем ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төп геройҙар – Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофееваның үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән уйнауҙары күңелдәргә үтеп инде. Һуғыш йылдарындағы халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге, изгелеге, характер ныҡлылығы, башҡорт халҡына хас сабырлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ фильмда киң яҡтыртылған. Тәрбиәүи яҡтан да, тарихи яҡтан да был фильм бик ҙур әһәмиәткә эйә, тип уйлайбыҙ. Фильм барышында уҡыусылар тып-тын ҡараны. Ныҡ оҡшаны!


 
 
 

Comments


bottom of page