top of page
Поиск

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы


7 октябрҙән алып 16 октябргә  тиклем мәктәп күләмендә башҡорт теле  һәм әҙәбиәте аҙналығы уҙҙы. Аҙналыҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры – Мостай Кәримдең тыуыуына 100  йыллыҡҡа һәм Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөнә арналды. Аҙналыҡ бик күңелле һәм ойошҡан рәүештә үтте, эш планы буйынса һәр класс ныҡлы әҙерләнде. Һәр көн күңелле һәм файҙалы булды. "Республикама дан йырлайым" инша конкурсы 5-10-сы кластар араһында үтте. Еңеүселәр тип  Вәлиева Айһылыу (10 кл.), Хәсәнова Сабина (7 кл.) билдәләнде.

Башҡортостандың  халыҡ шағиры  Мостай  Кәримдең  100  йыллығына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелде. Уҡыусылар үҙҙәренең һөйләү оҫталығын күрһәттеләр. Иң яҡшы һөйләгәндәре грамота менән бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөнә арналған музыкаль кисә уҙғарылды.

Әҙәби-музыкаль кисә  йырҙар, шиғырҙар, видео-презентациялар, викторина һорауҙары менән үрелеп барҙы.






"Сәскә ат, Башҡортостан" исемле һүрәттәр конкурсыбашланғыс кластар өсөн уҙғарылды. Был конкурста айырыуса 4 класс уҡыусылары актив ҡатнашты.



Еңеүселәр барыһы ла мәктәп линейкаһында маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.

 
 
 

Comments


bottom of page