Этношәмбе
- Алһыу Бикбаева
- 27 окт. 2019 г.
- 1 мин. чтения
Билдәле булыуынса, быйылғы уҡыу йылынан төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров тәҡдиме менән республиканың бөтә мәктәптәре лә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте. Дәрестәрҙән бушап ҡалған шәмбе көндәрендә төрлө темаларға арналған күләмле саралар үткәрелә. 26 октябрь район мәктәптәрендә “Этношәмбе” билдәһе менән үтте.
Был сара – төбәктә йәшәүсе милләт вәкилдәренең мәҙәниәте, этнографияһына арналған фестиваль. Уның программаһы – төрлө мәҙәни һәм социаль күренештәрҙең берҙәм булып ҡушылыуы. Мораҡ мәктәбе күп милләтле булыуы менән айырылып тора. Әлеге ваҡытта беҙҙең мәктәптә 9 милләт вәкилдәре булған малайҙар-ҡыҙҙар белем ала. Был сарала һәр халыҡтың көй-моңдары яңғыраны, һәр кем үҙ тыуған телендә шиғыр уҡый, йыр яңғырата, ҡыҙыҡлы тарихты һөйләй һәм үҙ милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен тасуирлай алды.
Kommentare