Уҡытыусылар көнө
- Алһыу Бикбаева
- 10 окт. 2019 г.
- 1 мин. чтения
Уҡытыусы —бөйөк исем!

Уҡытыусы һөнәре – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе тип һанала. Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр. Гөлнур Шамил ҡыҙы Рахматуллина тап шуларҙың иҫәбенә инә.
Оҙаҡ йылдар ул 1-се мәктәптә инглиз телен алып барҙы. Әле ГульнурШамил ҡыҙы хаҡлы ялда. Бөтә уҡытыусыларҙы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Көндәлек тормошоғоҙҙа бәхет, шатлыҡ, сәләмәтлек, эшегеҙҙә сабырлыҡ һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ!
УҠЫТЫУСЫМА
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында.
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.
Һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә.
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә.
Һин яртырға өйрәттең
Һәрбер биҙәген ерҙең.
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.
Мостай Кәрим
Comments