Белем көнө
- Алһыу Бикбаева
- 4 сент. 2019 г.
- 1 мин. чтения
Бөгөн республикабыҙҙың бөтә уҡыу йорттарында иң матур тантана – тәүге ҡыңғырау байрамы.
Мәктәп… Һәр кемдең оло тормош юлы белем усағынан башлана, мәктәп йылдары юйылмаҫ хәтирәләре менән күңелдә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра. Быйылғы уҡыу йылы ла һәммәбеҙҙең йөрәгендә ҡәҙерле бер иҫтәлек булып ҡалһын ине. Ең һыҙғанып тырышып уҡыу, әүҙем тормош менән йәшәү, оло маҡсаттар ҡуйып, киләсәккә ҡыйыу атлау, кешелекле, бай рухлы булыу – был заман талабы. Тик ҡыйыу маҡсатлы тырыштар ғына замандың ҡырыҫ елдәренә бирешмәҫ, хәҙерге конкурентлы хеҙмәт баҙары шарттарында үҙ юлын табыр.
Класс етәксеһе булараҡ 7б класымды бик ашҡынып көтөп алдым. Уҡыусыларым ҙурайышып, талпынышып бөгөн тантанаға йыйылдылар. Йәй осоронда булған мөһим ваҡиғалары, яңылыҡтары менән бүлештеләр. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған класс сәғәте бик етеҙ, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс уҙҙы.
Уҡыусыларыма яңы уҡыу йылында уңыштар, яңы ҡаҙаныштар , еңеүҙәр, илһамлы һәм ижади эш, түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ теләйем
コメント