«Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» бәйгеһендә
- Алһыу Бикбаева
- 29 янв. 2020 г.
- 1 мин. чтения
28 ғинуарҙа Өфөлә
тип аталған сираттағы халыҡ-ара әҙәби конкурсы булып уҙҙы. Ул Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығына, Башҡортостан Республикаһында Театр йылына hәм М.Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фондының 15 йыллығына бағышланғайны.
М.Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды 2004 йылда барлыҡҡа килгән.
Был фонд Башҡортостан Республикаһы территорияһында hәм унан ситтә йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәни hәм интеллектуаль мираҫын һаҡлау hәм арттырыу, М.Ғафури әҫәрҙәрен hәм ижади мираҫын пропагандалау, уның иҫтәлеген мeңгеләштереү өсөн булдырылған. Фонд директоры Мадриль Абдрахман улы Ғафуров, халыҡ-ара журналист, шағир, СССР hәм Рәсәй журналистары берлегенең халыҡ-ара премиялары лауреаты. Конкурстың координаторы — Люциә Мөзакир ҡыҙы Камаева (Ғафури). Конкурсты ойоштороусылар — БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында «Мәжит Ғафури — XXI быуат «Мәҙәниәт фонды» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Конкурста ҡатнашыусылар М. Ғафури әҫәрҙәре мотивтары буйынса төрлө номинацияларҙа видеояҙмалар, ижади эш ебәрергә тейеш ине. Беҙҙең мәктәп уҡыусыларыла был бәйгелә ҡатнашты. "Кем һарыҡты ашаған?" әҫәрен сәхнәләштереп "Шиғыр уҡыу" номинацияһында 1-се урын яуланы: Ишбаева Айгөл, Салауатов Айнур, Килинбаев Надир, Ишемғолова Илвина (6 класс), Кинйәбаева Ләйсән (2 класс); етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кинйәбаева В.Х. Афарин!!!
Comments