"Йыл уҡытыусыһы-2020" конкурсы тамам!
- Алһыу Бикбаева
- 13 дек. 2019 г.
- 1 мин. чтения
Күгәрсен районынды һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатынан ойошторолған « Йыл уҡытыусыһы – 2020» конкурсы тамамланды. Быйыл конкурста 13 педагог ҡатнашты.
Конкурста ҡатнашыусылар бер нисә турҙан торған бәйгеләрҙә һынау тотто. Беренсе турҙа уҡытыусылар интернет селтәрендә сайттарын булдырҙы. “Мин уҡытыусы” темаһына эссе яҙҙы. Таныш булмаған класта асыҡ дәрес биреү этабында һәр уҡытыусы үҙен ысын педагог, һәләтле тәрбиәсе итеп күрһәтә алды.
Оҫталыҡ дәрестәре эьабында уҡытыусылар белемдәрен, балалар менән эшләүҙә оло тәжрибә туплауҙарын, ғөмүмән, туҡтауһыҙ үҫеш, эҙләнеү юлында булыуҙарын асыҡ сағылдырҙы. “Белем биреү проекты” этабында бәйгеселәр проекттарҙы бойомға ашыра һәм командала эшләй белеүҙәрен күрһәтергә тура килде. Был бәйге командаларҙа эшләгән уҡытыусыларҙың ижади даирәһе киң икәнен танытты.
Финал этабына иң көслө һаналғандар тороп ҡалды. Түңәрәк өҫтәл артында туған тел, уҡытыусы, мәктәп һәм ғаилә тәрбиәһе темаларына бәхәс ҡорҙо. Конкурсанттар теленең йорлоғон, аҡылының тәрәнлеген күрһәтте был конкурс. Телгә бай, һәр осраҡта үҙ фекере булғандар был һынауҙы ла лайыҡлы үтте.
Ғөмүмән, конкурс бик сәмле барҙы.
Еңеүселәр иһә регион - ара кимәле бәйгеһендә баш ҡала данын яҡлаясаҡ.
Comments